Бөгөн Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы булып үтте.
Бәйгене ойоштороусы – Башҡортостандың “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм мәртәбәле ҡунаҡтар – “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилёва, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова сараға йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Тантанаға Тыуған ил алдындағы бурысын батырҙарса үтәгән яугирҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары, махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙакәр эшләгән табиптар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм Донбасс халҡына гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткән илһөйәрҙәр саҡырылғайны. Һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән Алмаз Сафиндың әсәһе Гүзәл Сафинаға, Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың тол ҡатыны Любовь Мигуноваға, Рәсәй Геройы Борис Дудконың әсәһе Маргарита Дудкоға, Рәсәй Геройы Степан Беловтың әсәһе Тамара Беловаға “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалдары тапшырылды.
10 номинация: “Милләт әсәһе”, “Лидер”, “Мәҙәниәт”, “Медицина хеҙмәткәре”, “Ғалимә”, “Педагог”, “Бизнес-леди”, “Оҫтабикә”, “Көмөш ирекмән”, “Йәштәр лидеры” тигән номинацияларҙа еңгән аҫыл ҡатын-ҡыҙҙар кубоктарға, бүләктәргә лайыҡ булды.
Традиция буйынса, тантана аҙағында 17 гүзәл зат Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал менән бүләкләнде.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы республикабыҙҙа йыл һайын үткәрелә һәм Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнде. Быйыл бәйгене йомғаҡлау тантанаһына Татарстан, Пермь крайы, Ханты-Манси автономлы округы, Мәскәү ҡалаһы һәм Удмуртия вәкилдәре лә килде. Конкурсты “Ватанды һаҡлаусылар” фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһының “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.
Фото “Башинформ”дан алынды.