+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Март 2024, 07:51

ГТО нормаларын тапшырған өсөн – һалым ҡайтармаһы

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Киләһе йылдан илдә ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған һәм йыл һайын диспансеризация үткән өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә. Был турала ил президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда белдерҙе.

ГТО нормаларын тапшырған өсөн – һалым ҡайтармаһыГТО нормаларын тапшырған өсөн – һалым ҡайтармаһы
ГТО нормаларын тапшырған өсөн – һалым ҡайтармаһы

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Киләһе йылдан илдә ГТО нормативтарын уңышлы тапшырған һәм йыл һайын диспансеризация үткән өсөн һалым ҡайтармаһы барлыҡҡа килә. Был турала ил президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда белдерҙе.

«Спорт менән шөғөлләнеүселәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Диспансеризация үткән, ГТО нормаларын тапшырған өсөн һалым ҡайтармаһы була. «Эсеүҙе ташла ла саңғыға баҫ» тигән әйтем хәтерегеҙҙәлер. Был тап шул осраҡ. Әйткәндәй, алкоголь тураһында. Беҙҙә ҡаты алкоголь ҡулланыу һиҙелерлек кәмегән», – тине дәүләт башлығы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас