Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Ул Мәскәүҙә Ҡунаҡ һарай бинаһында үтә. Президент илдең үҫеш стратегияһын тәҡдим итә.
Мәһим сарала Дәүләт Думаһы депутаттары, сенаторҙар, Хөкүмәт ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төбәктәр етәкселәре, журналистар ҡатнаша.
Президент Мөрәжәғәтнамәһен төп федераль каналдар һәм социаль селтәрҙәр тура эфирҙа күрһәтә. Текст Президент сайтында баҫыла. Бынан тыш был сараны ҡалаларҙың ҙур экрандарында ла күрергә мөмкин. Мәҫәлән, Өфөлә Инорм биҫтәһендә урынлашҡан “Акварин” сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге кинотеатрҙа ла ҡарарға мөмкин ине.