+30 °С
Болотло
Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһы кәмендә 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ил президенты Владимир Путин ошондай тәҡдим индерҙе.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, әле илдә 2-3-тән күберәк бала тәрбиәләгән ике миллиондан ашыу ғаилә йәшәй. Шул уҡ ваҡытта күрһәткестәр даими рәүештә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, тип билдәләне Путин.
Сығанаҡ: "Башинформ".