Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» роман-пенталогияһы буйынса премьера үтте
Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы XX быуаттың иң һынылышлы ваҡиғаларын – революция, коллективлаштырыу, Икенсе донъя һуғышын, шул осор кешеләренең әсе яҙмышын үҙ эсенә алған әҫәр. Ҡара Тирәкле ауылында йәшәгән Моратовтар ғаиләһенең тарихы берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Сит исемдәр аҫтында йәшәгән башҡорт байҙары Диңгеҙхан менән Барсынбикәнең яҙмышы тетрәндергес һәм аяныслы: илдәге үҙгәрештәргә риза булмағандар менән бергә Диңгеҙхан енәйәт ҡылып, үҙ өҫтөнә юйылмаҫ гонаһ ала – шуның арҡылы уның ғаиләһе тотош ырыуын юҡ итерлек ҡарғышҡа дусар ителә.
Романдың өс киҫәге мотивтары буйынса ҡуйылған спектаклдә
“Ябай кеше үҙенең яҙмышына ҡаршы тора аламы?” – тигән һорау ҡуйыла. Ғорур, баш бирмәҫ Барсынбикә ғәзиз балаларының – Гөлбаныу менән Ихсанбайҙың тормошо өсөн көрәшә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, инсценировка авторҙары – Ангиза Ишбулдина,Айрат Абушахманов, ҡуйыусы рәссамы –Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Алина Мостаева, рәссам-яҡтыртыусы – Илшат Сәйәхов.