28 февралдә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ-тың почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, ғалим һәм шағир Риф Әхмәҙиевтың 70 йәшлек юбилейына арналған "Әҫәрҙәрендә - ил яҙмышы" исемле әҙәби кисә уҙҙы
Байрам сараһында Риф Барый улының яҡындары, бергә уҡыған дуҫ-һабаҡташтары, коллегалары, студенттары ҡатнашты. Филология фәндәре докторы, ғалим Миңлеғәле Нәҙерғолов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал йәшлек хәтирәләре менән бүлешеп, шағир тормошоноң яңы биттәрен асты. Уҡыусыһы, элекке коллегаһы, филология фәндәре кандидаты Әнисә Муллағолова иһә ғалимдың абруйлы фән эшмәкәре булыуы менән бер рәттән яҡындары өсөн хәстәрлекле, өлгөлө ғаилә башлығы булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм шағирҙың “бәхет утрауы”нда хөкөм һөргән йылылыҡ хаҡында һөйләне.
Кисәгә килгән ҡунаҡтар Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәрҙең, йәш шағирә Айзилә Мортаеваның шиғри күстәнәстәрен “тәмләне”.