+30 °С
Облачно
Президент Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә киң социаль проекттар тураһында белдереү яһаны.
Әйтәйек, Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтыла.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы киңәйә.
Алты йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр өсөн льготалы ипотека ставкаһы элеккесә 6 процент ҡала. Әле, өсөнсө бала тыуғас, дәүләт 450 мең һум күләмендә кредиттың бер өлөшөн ҡаплай. Был тәртип 2030 йылға тиклем оҙайтыла.