+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраль 2024, 09:25

Башҡортостан «Бар ғаилә менән» федераль проекты призерҙары иҫәбе буйынса беренсе урында килә

Башҡортостандан 12 мең ғаилә «Бар ғаилә менән» федераль проектында ҡатнашты.

Башҡортостан «Бар ғаилә менән» федераль проекты призерҙары иҫәбе буйынса беренсе урында киләБашҡортостан «Бар ғаилә менән» федераль проекты призерҙары иҫәбе буйынса беренсе урында килә
Башҡортостан «Бар ғаилә менән» федераль проекты призерҙары иҫәбе буйынса беренсе урында килә

Башҡортостандан 12 мең ғаилә «Бар ғаилә менән» федераль проектында ҡатнашты.

Республика – әлеге проектта ҡатнашыусылар һәм призерҙар һаны буйынса алдынғылар  араһында. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Президент иғлан иткән Ғаилә йылында ошо турала һөйләү айырыуса күңелле тип билдәләп, ул проектта ҡатнашыусыларҙың бер нисә фотоһын һалған.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, проектта ҡатнашыусыларға артыҡ ҡатмарлы булмаған эштәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, бергәләп киноға йәки башҡа сараға барырға, байрам табынына ризыҡ әҙерләргә, ғаилә менән саңғыла йөрөргә. Фотоларҙы йәки видеояҙманы #всейсемьей һәм  #всейсемьей02 хештегтары менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Иң сағыуҙарына һәм әүҙемдәренә приздар тапшырыла (бүләк сертификаттары, аҡыллы колонкалар һәм хатта сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге бар). Проектта ҡатнашыу өсөн уның сайтында теркәлеү зарур.

«Бында бүләктәр мөһим түгел, әлбиттә. Иң ҡәҙерлеһе – яҡындарыбыҙ менән үткәргән ваҡыт», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас