+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраль 2024, 09:45

Баш ҡалабыҙ байрамға әҙерләнә

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Баш ҡалабыҙ байрамға әҙерләнәБаш ҡалабыҙ байрамға әҙерләнә
Баш ҡалабыҙ байрамға әҙерләнә

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, юбилей саралары 31 августа үтә. Байрамдың төп майҙансыҡтары булараҡ Ҡала советы майҙаны, «Ватан» этнопаркы һәм Өфө-Арена һайлап алынған.

«Байрам уңайынан ҡала халҡы «бүләктәр» ала башланы ла инде. Беҙ яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Өлфәт Мостафин исемендәге яңы Спорт әҙерлеге үҙәген, майҙаны 6,5 мең квадрат метрлыҡ ябыҡ футбол майҙанын астыҡ. Күптән көтөлгән Зинин юл үткәргесен астылар. 45 меңгә яҡын урам яҡтыртҡыс замансаһына алмаштырылды. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты буйынса Аксаков исемендәге баҡса һәм Альбанов скверы төҙөкләндерелде. Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркын Йылы күле янындағы биләмә яңыртылды. Үҙенсәлекле «Өфө муйынсағы» проекты һәм «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы үҫешенеүен дауам итә», — тип билдәләне ул Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында.

Өфөнөң 450 йыллығына бағышлап, сентябрҙә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар фестивале ойошторола.

Сара барышында ҙур ҡурсаҡтар һәм мобиль арт-объекттар ҡатнашлығында мультипарад уҙғарыла.

Автор:
Читайте нас