1 мартта Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” VIII Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау тантанаһы уҙасаҡ. Бөгөн “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар шул турала бәйән итте.
Янып-ялҡынланып йәшәп, йәмәғәт тормошонда ҙур әүҙемлек күрһәткән гүзәл заттар араһында уҙғарылыусы был бәйгенең абруйы йылдан-йыл арта. Быйыл унда ҡатнашырға ғариза биреүселәр 500-ҙән ашып киткән. Сараға Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән, Удмуртиянан вәкилдәр килеүе көтөлә.
Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина иң йәш бәйгесегә – 18, иң өлкәненә 93 йәш булыуын билдәләне. Еңеүселәр 10 номинацияла өсәр, йәмғеһе 30 кубок аласаҡ. 17 гүзәл затҡа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалы тапшырыласаҡ.
Тантанаға батыр яугирҙәрҙең һәм Рәсәй Геройҙарының әсәләре, уларҙың ҡатындары, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларға һәм Донбасс халҡына гуманитар ярҙам әҙерләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтеүселәр, махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙакәр эшләгән табиптар ҙа киләсәк.
– Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушылғандар менән эш алып барабыҙ. Былтыр илһөйәрҙәр тәрбиәләгән әсәләрҙе саҡырҙыҡ. Быйыл да ошо темаға төп иғтибар бирәбеҙ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.
Бәйгелә төрлө дин тотоусы, төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша. Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова конкурсҡа республикабыҙҙағы милли-мәҙәни үҙәктәр үҙ кандидаттарын тәҡдим итеүе тураһында һөйләне.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина ошо йылдар дауамында конкурстың йөкмәткеһе ифрат байыуын, уның дәрәжәһе үҫеүен, географияһы киңәйеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото "Башинформ"дан алынды.