+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Февраль 2024, 02:00

55 ауыл тренеры миллион һум алды

2023 йылда Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аҡса алды, тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Һүҙ ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 уҡытыусы хаҡында бара.

55 ауыл тренеры миллион һум алды55 ауыл тренеры миллион һум алды
55 ауыл тренеры миллион һум алды

2023 йылда Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аҡса алды, тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Һүҙ ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 уҡытыусы хаҡында бара.

Быға «Ауыл тренеры», шул иҫәптән штаттағы физкультура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен арттырыуға йүнәлтелгән программа ярҙамында өлгәшелде. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем проект буйынса 103 ауыл тренерына 600-әр мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Күптән түгел республикала «Ҡала тренеры» программаһы ла тормошҡа ашырыла башланы.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас