+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Февраль , 11:33

Өфөлә яңы арматура заводы төҙөлә

Проекттың хаҡы — яҡынса 158 миллион һум. Предприятиела 24 яңы эш урыны булдырыла. Яңы предприятие төрлө арматура етештерә, шул иҫәптән торлаҡ төҙөлөшө өсөн дә. Сеймал сифатында металл һыныҡтарын файҙаланыу планлаштырыла.

Өфөлә яңы арматура заводы төҙөлә
Өфөлә яңы арматура заводы төҙөлә

Өфөнөң Дим районы биләмәһендә арматура заводы төҙөй башлаған «Автогруз» компанияһы республика хөкүмәте менән Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проекттың хаҡы — яҡынса 158 миллион һум. Предприятиела 24 яңы эш урыны булдырыла. Яңы предприятие төрлө арматура етештерә, шул иҫәптән торлаҡ төҙөлөшө өсөн дә. Сеймал сифатында металл һыныҡтарын файҙаланыу планлаштырыла.

Проект быйыл «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Төҙөлөштө яҙ көнө башлап, 2026 йылда сафҡа индереү көтөлә.

Проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә, инвесторға һалым льготалары, шулай уҡ сауҙаһыҙ ер участкаһы бирелә.

Әлеге ваҡытта биләмәнең тейешле параметрҙарға ярашлы булыу-булмауы тикшерелә, тип хәбәр иттеләр хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтендә.

2023 йылдың июлендә республика властары инвесторҙар өсөн дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген ябайлаштырҙы, инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү индерелде. Ул компанияға ойошма мөлкәтенә льготалар алыу йәки инвестиция һалым ҡайтармаһын ҡулланыу мөмкинлеге биргән килемгә һалым буйынса (20%) льгота алырға мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-26/v-ufe-postroyat-novyy-armaturnyy-zavod-3658094

Автор:
Читайте нас: