Өфөнән Белорет районына ҡала яны поездарының теҙмәһе үҙгәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы.
Мәҫәлән, 26 февралдән Өфө — Белорет электричкаһы (ул иртәнге сәғәт 7-се 7 минутта ҡуҙғала һәм көндөҙгө 12-гә барып етә; кире йүнәлештә — 6-сы 46 минутта) көн һайын йөрөй.
Туристарҙы тау саңғыһы курортына алып барған Өфө — Яңы Абҙаҡ — Өфө поезд-дублеры 2 мартта уҡ (шәмбе) теҙмәнән сығарыла — ҡышҡы миҙгел тамамлана.
Был ял һәм байрам көндәрендә йөрөгән «Урал легендаһы» поезы. Быйылғы миҙгелдә «туристар өсөн» электричка 16 декабрҙә эшләй башланы, юл хаҡы 811,2 һум булды.