“Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” тигән схема буйынса мутлашҡан төркөмдөң 29 йәшлек курьерена яуап тоторға тура киләсәк.
Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 77 йәшлек ҡатын 300 мең һумын урлауҙары тураһында ғариза яҙа. Енәйәтселәр пенсионерға уның ҡыҙы булып шылтырата. Телефон аша “ҡыҙы” уның ғәйебе арҡаһында юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләрҙең бәләгә тарыуы һәм уларҙы дауалау өсөн аҡса кәрәклеге тураһында әйтә.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре мутлыҡта ғәйепләнгән кешене асыҡлаған. Баҡһаң, пенсионерҙың аҡсаһын 29 йәшлек егет алған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, егет интернет аша өҫтәмә эш таба. Ул граждандарҙың аҡсаһын алып, банкомат аша артабан ебәрергә тейеш була. Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, ул был эштең енәйәт менән бәйле булыуын белмәгән.
Урланған аҡсаның бер өлөшөн полицейскийҙар ҡайтарып ала. Мутлыҡ осрағы буйынса енәйәт эше асыла. Хәҙерге ваҡытта енәйәттә ғәйепләнеүсенең Рәсәй биләмәһендә башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә