Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин брифингта быйыл ҡабул итеү кампанияһында бюджет урындарының һаны тураһында әйтте.
«Өфө фән һәм технологиялар университетында 5,6 меңгә яҡын урын бар. 2024 йылға беренсе курсҡа 15 мең кешене ҡабул итеү планлаштырыла.
Башҡорт дәүләт медицина университетында — 1003 урын, шуның 965-е — белгеслек һәм 38-е — бакалавриат. Медицина биофизикаһы, биоинженерия, биоинформатика кеүек яңы һөнәрҙәр ҙә бар.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында яҡынса 1,7 мең бюджет урыны булдырыу планлаштырыла: 1,3 меңе — бакалавриатта, 400-ө — магистратурала.
Өфө дәүләт нефть техник университетында 3,7 меңдән ашыу бюджетникты ҡабул итергә әҙерҙәр.
Башҡорт дәүләт аграр университетында 1,4 меңдән ашыу бюджет урыны булдырыла.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында актёрлыҡ йүнәлеше бик популяр. «Актёрлыҡ сәнғәте» һөнәренә — ике, һынлы сәнғәт факультетында дүрт бюджет урыны өҫтәлгән. Бөтәһе 105 урын.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында икенсе йыл рәттән бюджетҡа уҡырға инергә мөмкин, иң популяр йүнәлеш — дәүләт муниципаль идаралығы», — тине министр.