+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Февраль , 15:31

"Салауат" атамалы лимон иң эреһе

Бөгөн Өфө урман-техник техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығы биләмәһендә, йәғни Өфө лимонарийында “Салауат” атамалы  лимондың презентацияһы үтте. Өфө лимонарийында үҫкән Башҡортостан лимондарының даны тотош илгә таралған. Бер гектар майҙандағы 1250 ағастан йылына 25-әр тонна уңыш йыйыла. “Салауат” атамалы лимон сорты иң эреләрҙән һанала,  уның ауырлығы 2 кг тиклем тәшкил итә. Хуш еҫле был сортта С витамины – 36,40%.

Сара  баш ҡаланың 450 йыллығына, милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу айҡанлы үткәрелде. Байрамға Салауат исемен йөрөткән мәртәбәле ҡунаҡтар, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының генераль директоры Ринат Бәширов, күптәрҙең кумиры булған йәш хоккейсы  Егор Сучков,  Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы  министры Марат Шәрәфетдинов, тире һәм күн изделиеларын етештереүсе “Салауат”  ательеһы вәкилдәре,  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тележурналист Шәүрә Ғилманова,  “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм башҡалар ҡатнашты.

Йыр-моң менән үрелеп барған сара лимонарий буйлап экскурсия менән тамамланды.

"Салауат" атамалы лимон иң эреһе
"Салауат" атамалы лимон иң эреһе
"Салауат" атамалы лимон иң эреһе
Автор:
Читайте нас: