Иглин районының Красный Восход ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 102-се тыуған көнөн билдәләне. Был ҡыуаныслы хәбәр менән социаль селтәрҙә хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашты.
Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы яҡындарының һөйөүе һәм хәстәрлеге менән солғап алынған: алты балаһы, ун дүрт ейән-ейәнсәре, ун һигеҙ бүлә-бүләсәре, тыуасары бар.
«Ул шул тиклем һөйкөмлө, шаярта, яңылыҡтар ҡарай, сәйәси ваҡиғалар хаҡында белеп тора. Уның менән аралашҡандан һуң яңы көс-дәрт менән эшләге һәм маҡсаттарға өлгәшәһе килә. Балаларына хәстәрлек, яҡшы тәрбиә өсөн ҙур рәхмәт. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙына һәм уның балаларына ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ», – тип яҙа Гүзәл Насирова.
Сығанаҡ: «Башинформ».