-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраль , 08:40

Режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе үтә

26 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы, актер, режиссёр һәм педагог Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе була. 

Режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе үтә
Режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе үтә

26 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы, актер, режиссёр һәм педагог Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе була. 

Ул 2023 йылдың 1 мартында ҡапыл арабыҙҙан китте.  Уға 60 йәш ине. Кисә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Ғабдулла Ғиләжев исемендәге уҡыу театрында ойошторола. Азат Әхмәҙулла улы унда режиссура һәм актёр оҫталығы кафедраһы доценты булып эшләне. Сара сәғәт 4-тә башлана.

Кисәнең ойоштороусы, профессор Таңсулпан Бабичева хәбәр итеүенсә, Нәҙерғоловтың уҡыусылары — Милли йәштәр, Башҡорт драма театры, Рус драма театры, Сибай һәм Салауат театрҙары актерҙары сығыш яһай.

Азат Нәҙерғолов 1962 йылда БАССР-ҙың Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған, хеҙмәт юлын М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында актер булып башлаған.

1987 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһының режиссер факультетына танылған режиссёр-педагог Анатолий Васильевтың оҫтаханаһына уҡырға ингән.

1992 йылда Рәсәй театр сәнғәте академияһын тамамлағандан һуң М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында — режиссер, 1997-2000 йылдарҙа художество етәксеһе, 1993-1997 йылдарҙа — Йәш тамашасы театрының художество етәксеһе. 1997 йылда был театр Милли йәштәр театры тип үҙгәртелгәс, 2000-2004 йылдарҙа Милли йәштәр театрының художество етәксеһе булған. Күмәк күренештәр һәм тамашалар режиссеры.

Өфө сәнғәт институтында режиссерлыҡ һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барған (режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры).

Автор:
Читайте нас: