-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Февраль , 08:50

“Ашығыс ярҙам” машинаһын поезд бәрҙергән

Стәрлетамаҡ ҡалаһында кисә кис “ашығыс ярҙам” машинаһына тепловоз төкөгән.

“Ашығыс ярҙам” машинаһын поезд бәрҙергән
“Ашығыс ярҙам” машинаһын поезд бәрҙергән

Стәрлетамаҡ ҡалаһында кисә кис “ашығыс ярҙам” машинаһына тепловоз төкөгән.

Авария киске һигеҙҙә Стәрлебаш трактындағы тимер юл киҫелешендә булған. Водитель светофорҙың ҡыҙыл утына иғтибар итмәй, тимер юлына сыға, тепловоз машинисы ашығыс туҡтау тормозына баҫһа, ләкин бәрелешеүҙе кисектерә алмай.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә 1956 йылғы пациент һәләк булған. Уны пневмония менән дауаханаға алып китеп барғандар. Ике фельдшер, водитель һәм ауырыуҙы оҙатып барған кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Әле табиптар уларҙың ғүмере өсөн көрәшә. Тимер юлы зыян күрмәгән – поездар тотҡарланмай.

Автор:
Читайте нас: