Республика Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса төбәк ҡаҙнаһына кире ҡайтарылмай торған керемдәр күләме буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Федераль бюджет аҡсаһының күләме 80 миллиард һумдан ашҡан. Был суммаға, республика бюджет системаһынан тыш, туранан-тура предприятиеларға һәм учреждениеларға йүнәлтелгән 90 миллиард һумдан ашыу аҡса өҫтәлгән. Шулай уҡ Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль үҙәк 26 млрд һум самаһы аҡса йүнәлткән. Был – керемдәрҙең дөйөм суммаһының 15 проценты самаһы.