+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
19 Февраль , 08:25

2000-дән ашыу ғариза бирелгән

 “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә халыҡҡа тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙа ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр теркәү бара.

2000-дән ашыу ғариза бирелгән
2000-дән ашыу ғариза бирелгән

 “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә халыҡҡа тауыш биреүҙә ҡатнашыуҙа ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр теркәү бара.

Проектта ҡатнашыу өсөн ил буйынса ғинуарҙа 40 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Башҡортостанда - 2528 кеше.

Ғаризаны 30 апрелгә тиклем теркәргә мөмкин. Проектта 14 йәштән олораҡтар ҡатнаша ала. Бының өсөн ДОБРО.РФ платформаһында (Уңайлы мөхит 2024 өсөн тауыш биреү) теркәлеү үтергә кәрәк. Һайлап алыу, өйрәтеү, ойоштороу менән төбәк ирекмәндәр штабы эш итә. Һәр субъектта проекта ҡатнашыусыларға төбәк дәртләндереү программаларын тәҡдим итәләр.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты йыл һайын рәсәйҙәргә тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт киңлеге өсөн тауыш бирергә мөмкинлек аса. Проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙә муниципалитеттарҙың үҫешеүенә яңы һулыш биреү. Был проект нигеҙендә йәмәғәт урындары – яр буйҙары, парк, сквер, ял итеү урындары, урамдар, спорт майҙансыҡтары төҙөкләндерелә, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсы проекттарында ҡатнаша. ”Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә 2030 йылға ҡала мөхитен бер ярым тапҡырға яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.

Автор:
Читайте нас: