+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
16 Февраль 2024, 04:57

Кардиоүҙәк табиптары сәләмәт сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән

Башҡортостанда кардиология үҙәге табиптары һау-сәләмәт сабыйға тыуырға ярҙам иткән. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева социаль селтәрҙә яҙыуынса, Салауат районынан килгән әсә йөклөлөктөң 35-се аҙнаһында ҡыҙ бала тапҡан.

Кардиоүҙәк табиптары сәләмәт сабыйға донъяға килергә ярҙам иткәнКардиоүҙәк табиптары сәләмәт сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән
Кардиоүҙәк табиптары сәләмәт сабыйға донъяға килергә ярҙам иткән

Башҡортостанда кардиология үҙәге табиптары һау-сәләмәт сабыйға тыуырға ярҙам иткән. Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева социаль селтәрҙә яҙыуынса, Салауат районынан килгән әсә йөклөлөктөң 35-се аҙнаһында ҡыҙ бала тапҡан.

«Республика кардиология үҙәге һәм перинаталь үҙәге белгестәренә рәхмәт, – тип хәбәр итте ул. – Былтыр йәй беҙ был йәш ҡатындың яҙмышы тураһында яҙып сыҡҡайныҡ. Кардиохирургтар уға йөклөлөктөң 7-се аҙнаһында операция яһағайны. Коллегаларыбыҙ клапанды тромбтарҙан "арындырҙы" һәм уның функцияһын тергеҙҙе. Уларҙың профессионализмы һөҙөмтәһендә операция уңышлы үтте, йөклөлөк һаҡлап ҡалынды».

Хәҙер әсә йәнә Республика кардиология үҙәге табиптары күҙәтеүендә, уға тейешле дауа тәғәйенләнгән. Ә сабый – перинаталь үҙәк табиптарының хәстәрлекле ҡулдарында. Тиҙҙән әсә менән бала өйҙәренә ҡайтырға тейеш.

Фото: Ирина Николаева, телеграм.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас