Кисә, 14 февралдә, Милли ҡаҙаныштар форумы “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә Мәскәүҙә үткән Сәнәғәт көнө бизнес-программаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Республика етәксеһе Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының 2023 йылда илдең сәнәғәт тармаҡтарын үҫтереү һөҙөмтәләренә һәм яҡын киләсәккә бурыстарға арналған пленар сессияһында сығыш яһаны.
Сессияны Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров асты. Сарала ҡатнашыусыларҙы тәбриләп, ул, етештереү сәнәғәтендә 10 миллионға яҡын кеше эшләй һәм эске тулайым продукт күләменә шаҡтай өлөш индерә, һуңғы 10 йылда уның 35 процентҡа артыуы арҡаһында тармаҡ тотороҡло үҫешә, тине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында ил сәнәғәте сит ил санкциялары алдында тотороҡлолоҡ һәм динамик үҫеш күрһәтә, тип билдәләне. Беҙ был осорҙо «сәнәғәттең яңырыуы» тип атайбыҙ, тине.
Республика Башлығы шулай уҡ власть органдары менән сәнәғәт предприятиелары етәкселәренең үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Һүҙ вертикаль интеграцияланған эре компаниялар менән эшсе төркөмдәр, шулай уҡ республика өсөн традицион тематик осрашыуҙар — «Сәнәғәт сәғәттәре» һәм «Инвестиция сәғәттәре» тураһында бара.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 106,5 процентҡа етте. Республиканың Сәнәғәт үҫеше фонды биш йылда дөйөм хаҡы 53,3 миллиард һум булған 162 сәнәғәт проектын ғәмәлләштерергә булышлыҡ иткән. Ә төбәккә инвестицияларҙың дөйөм күләме һуңғы дүрт йылда 40 процентҡа артҡан.