+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 05:37

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды. Граждандарҙы яҡлау һәм янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре өйҙәр буйлап йөрөй һәм һыу баҫҡанда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрә.

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башландыӨфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды
Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Өфөлә яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды. Граждандарҙы яҡлау һәм янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һыу баҫыуы ихтимал булған өйҙәр буйлап йөрөй һәм һыу баҫҡанда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрә.

Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, күптәрҙең бындай хәлгә тарығаны бар, шуға күрә улар нимә эшләргә кәрәклеген белә: йорт йыһаздарын һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе өҫкө ҡатҡа алып менергә, документтар менән сумаҙанды әҙерләп ҡуйырға, кәмәләрҙең һәм ҡотҡарыу жилеттарының торошон тикшерергә.

Әммә ҡайһы берәүҙәр бында яңыраҡ күсенгән, белгестәр уларға ентеклерәк аңлата. Ярҙам талап ителһә, ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген, ашығыс хеҙмәттәрҙең номерҙарын әйтә.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас