+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 05:00

Билдәле табиптар райондарға сыға

Февралдә улар Йылайыр, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Күмертау һәм Мәләүез район дауаханаларында халыҡты ҡабул итте. Бөгөн, 15 февралдә, медицина университеты белгестәре бригадаһы Әбйәлилдә, Асҡар үҙәк район дауаханаһында эшләй.  

Билдәле табиптар райондарға сығаБилдәле табиптар райондарға сыға
Билдәле табиптар райондарға сыға

Башҡорт дәүләт медицина университетының, БДМУ клиникаһының, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең абруйлы табиптарынан бер нисә күсмә бригада республика райондары халҡын ҡабул итеүгә йүнәлтелде. Февралдә улар Йылайыр, Учалы, Баймаҡ, Сибай, Күмертау һәм Мәләүез район дауаханаларында халыҡты ҡабул итте.

Бөгөн, 15 февралдә, медицина университеты бригадаһы Әбйәлилдә, Асҡар үҙәк район дауаханаһында эшләй. Медицина бригадаһы составында уролог, колопроктолог, невролог, маммолог, офтальмолог һәм хирург бар.

Тар йүнәлешле белгестәр йоғошло булмаған хроник сирҙәрҙе һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлауҙы хәстәрләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-14/izvestnye-vrachi-proveli-priemy-dlya-zhiteley-rayonov-bashkirii-3643831

Автор:
Читайте нас