+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 09:00

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

15 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскәләр һалып, Ватандан ситтәге һуғыштарҙа һәләк булған яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдыБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

15 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскәләр һалып, Ватандан ситтәге һуғыштарҙа һәләк булған яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.

35 йыл элек ошо көндә СССР үҙенең ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығара. Ун йыл дауам иткән һуғышта 14 меңдән ашыу хәрбиҙең ғүмере өҙөлә. 343 яҡташыбыҙ Афғанстандан әйләнеп ҡайтмай. 

Тантаналы сарала шулай уҡ абруйлы ҡунаҡтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, курсанттар, кадеттар, ҡала халҡы ҡатнашты.

2011 йылға тиклем 15 февраль Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө тип билдәләнде, ләкин рәсми статусы юҡ ине. Яңы дата сит илдәрҙәге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡанда Тыуған илгә тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән Рәсәй граждандарын иҫкә алыу көнө булараҡ булдырылған.

«Ҡайғылы әсә» мемориалы 2003 йылдың 25 октябрендә ҡуйылған. Авторы - билдәле скульптор Николай Калинушкин. Һәйкәлдең эскизы Еңеү паркы төҙөлөп бөткәндән һуң 1998 йылда эшләнгән.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Олег Яровиков фотолары. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алды
Автор:
Читайте нас