+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 04:35

Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл

Бөгөн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.

Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йылБөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл
Бөгөн - совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл

Бөгөн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.

Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. 35 йыл элек нәҡ ошо көндә Советтар Союзы Хәрби кәстәре 40-сы армияһының һуңғы колоннаһы Афғанистандан сыға.

Унда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Һуғыш 14453 совет һалдатының ғүмерен өҙә, күптәр хәбәрһеҙ юғала, әсирлектән ҡайтмай, 35 меңе төрлө тән йәрәхәттәре ала.

Хәрби кампанияла республиканан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 343-ө һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Иҫтәлекле датаға арнап республикала бөгөн төрлө саралар үтә.

 

Автор:
Читайте нас