+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраль 2024, 10:34

Йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә

Өфөлә 15 һәм 22 февралдә пассажирҙар транспортын тикшереү ойошторола.

Йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтәЙәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә
Йәмәғәт транспорты водителдәрен тикшереү көтә

Өфөлә 15 һәм 22 февралдә пассажирҙар транспортын тикшереү ойошторола. Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, рейдтар аварияларҙы кәметеүгә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.

«Автобустарҙың техник торошона, водителдәрҙең рейс алдынан медицина һәм техник тикшереү үтеүенә, уларҙың хеҙмәт һәм ял режимын, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыуҙа билдәләнгән нормаларҙы үтәүенә айырыуса иғтибар бүленә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Өфө дәүләт автоинспекцияһының техник күҙәтеү һәм юл-патруль  хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа федераль суд приставтары хеҙмәте, шулай уҡ федераль һалым хеҙмәте лә йәлеп ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-14/v-ufe-voditeley-obschestvennogo-transporta-ozhidayut-massovye-proverki-3643263

Автор:
Читайте нас