Бөгөндән башлап берҙәм төбәк хеҙмәте – 122-2 номеры буйынса табипҡа яҙылырға булышлыҡ итеүсе колл-үҙәк абоненттарҙан шәхси иҫәптең страховка номерын (СНИЛС) һорай. Был тауыш буйынса шәхесте раҫлау өсөн кәрәк, тиҙәр Башҡортостан Республикаһының Һанлы үҫеш министрлығында.
«Шылтыратыуҙарға робот яуап бирә. СНИЛС буйынса идентификация табипҡа яҙылғанда хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә», – ти Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Берҙәм колл-үҙәктең 2-се роботлаштырылған линияһы ярҙамында табипҡа яҙылырға, өйгә табип саҡыртырға, вакцина яһатыу көнөн һайларға мөмкин, тип билдәләйҙәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып ошо линияға 530 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.
Сығанаҡ: «Башинформ».