Башҡортостанда йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре 2024 йылдың 1 майынан башлана.
Был хаҡта Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында белдерҙе.
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
Быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртыла, 67 объект – ҡалаларҙа, 56-һы иһә ауылдарҙа, тип яҙа Республика етәксеһе. Барлыҡ проекттарҙы ла халыҡ былтыр яҙ көнө онлайн-тауыш биреү ярҙамында һайлаған.
Өфөнөң Урмансылар паркын күләмле реконструкция көтә. Биләмәләрҙең бер өлөшөндә төҙөкләндереү эштәре алдан уҡ башланғайны. Мәҫәлән, Мәләүездә быйыл «Дан» мәҙәниәт һәм ял паркында эштәр дауам итә.