+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраль 2024, 04:05

Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә

“Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы,  һуңғы өс йылда республикала биш поликлиника, һигеҙ капиталь ФАП, ике табип амбулаторияһы төҙөлгән, һаулыҡ һаҡлауҙың 66 объектында капиталь ремонт эшләнгән, 226 модулле конструкция, 352 берәмек техника һәм  9 меңдән ашыу берәмек медицина ҡоролмаһы һатып алынған.

Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендәҺаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә
Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә

“Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы,  һуңғы өс йылда республикала биш поликлиника, һигеҙ капиталь ФАП, ике табип амбулаторияһы төҙөлгән, һаулыҡ һаҡлауҙың 66 объектында капиталь ремонт эшләнгән, 226 модулле конструкция, 352 берәмек техника һәм  9 меңдән ашыу берәмек медицина ҡоролмаһы һатып алынған.

Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт  Иштуков хәбәр итте.

Премьер-министр Андрей Назаров, алдағы ете йылда программа сиктәрендә республикала һаулыҡ һаҡлауға 822 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тине. Аҡса федераль һәм төбәк бюджеттан, шулай уҡ Төбәк мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан бүленә.

Сабыйҙарҙың һәм балаларҙың үлемен кәметеү өсөн яңы тыуған балаларҙы нәҫел ауырыуҙарына тикшереү дауам ителә. Медицинала һанлы технологиялар үҫешенә ярҙам күрһәтеләсәк, яһалма интеллекты булған ике медицина изделиеһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Автор:
Читайте нас