+23 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Февраль 2024, 10:25

Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хәүефе янай

Рәсәй Президенты армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хаҡында законға ҡул ҡуйҙы.

Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хәүефе янайАрмия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хәүефе янай
Армия тураһында ялған мәғлүмәт өсөн мөлкәтте тартып алыу хәүефе янай

Рәсәй Президенты Владимир Путин экстремизмға саҡырған һәм Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре тураһында ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн мөлкәтте, аҡсаны һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе тартып алыуҙы күҙ уңында тотҡан законға ҡул ҡуйҙы.

Бында һүҙ илдең именлегенә ҡаршы енәйәти эшмәкәрлекте финанслау өсөн файҙаланылған йәки тәғәйенләнгән аҡса тураһында бара. Бынан тыш, хәҙер суд ҡарары менән ундай эштәр өсөн почетлы исемдәрҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә саҡырыу, нацизмды реабилитациялау һәм Рәсәй Федерацияһы ҡатнашмаған ойошмалар, йәки сит ил дәүләт органдары ҡарарҙарының үтәлешенә булышлыҡ итеү ҙә бына шуға ҡарай.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙе мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә мәктәптәрҙә, сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында теракт ҡылырға йыйыныуҙары тураһында ялған хәбәр таралыуы хаҡында иҫкәрткәйнеләр.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-02-14/prezident-rossii-podpisal-zakon-o-konfiskatsii-imuschestva-za-feyki-ob-armii-3643061

 
 
Автор:
Читайте нас