+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Февраль , 08:55

Атайҙар конкурсында ҡатнашығыҙ

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән 2020 йылда “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы булдырылғайны.

Атайҙар конкурсында ҡатнашығыҙ
Атайҙар конкурсында ҡатнашығыҙ

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән 2020 йылда “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы булдырылғайны.

Быйыл ул бишенсе тапҡыр тапшырыла. 10 февралдән Йәмәғәт палатаһы “Йәмәғәт тормошо үҙәге”нең төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә мәртәбәле наградаға дәғүә итеү конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.

Унда тыуған ҡалаһының йәки районының, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, йәмғиәттә әхлаҡ тураһында хәстәрлек күргән, традицион ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүсе, сәләмәт тормош алып барған, үҙенең муниципалитетының һәм республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар көсөн һынай ала. Улар Башҡортостанда биш йылдан ашыу даими йәшәгән һәм Рәсәй граждандары булырға тейеш. Шәхси ҡаҙаныштары булған һәм балалары тормоштоң төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшкән, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ ҡылған атайҙарға өҫтөнлөк бирелә.

Конкурс положениеһында ҡаралған документтар пакетын әҙерләргә һәм уны Башҡортостн Йәмәғәт палатаһына [email protected] электрон адрес буйынса 2024 йылдың 1 июненә тиклем ебәрергә кәрәк.

Награда биреү тураһында юлламаны булдыҡлы атайҙарҙың балалары, йәки хеҙмәттәштәре лә бирә ала.  

Оҫтәмә мәғлүмәтте 8 (347) 280-82-36 телефон буйынса белешергә мөмкин.                       

Автор:
Читайте нас: