+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Февраль , 09:34

17-се дауаханала ҡыҙылсаға бәйле карантин иғлан ителгән

 Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһында ҡыҙылса менән сирләү осрағы асыҡланған. Шуға бәйле унда карантин иғлан ителгән. Был турала дауахананың “Бәйләнештә” социаль селтәрендә хәбәр итәләр.

Эпидемияға ҡаршы саралар 19 февралгә тиклем дауам итәсәк. Дауаханаға ятырға килеүсе пациенттарҙың һәм уларҙы ҡараясаҡ кешеләрҙең ҡыҙылсаға ҡаршы прививка тураһында белешмәләре булырға тейеш, тип билдәләнә мәғлүмәттә.

“Ваҡытлыса сикләү индереүҙе аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ҡыҙылса – үтә йоғошло вируслы ауырыу. Нигеҙҙә инфекция менән балалар сирләй. Сирҙе үткәргәндән йәки прививка яһатҡандан һуң тотороҡло иммунитет барлыҡҡа килә. Өлкәндәр уның менән һирәк ауырый, әммә уларҙа ауыр өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Ҡыҙылса вирусы һауа-тамсы юлы менән күсә. Уны туранан-тура аралашҡанда ғына түгел, ауырыу яңыраҡ булған бинаға ингәндә лә эләктерергә мөмкин”, – ти табиптар.

Фото “Башинформ”дан  алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: