Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указда билдәләнеүенсә, почетлы наградаға 24 муниципалитеттан биш һәм унан күберәк бала үҫтергән 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған. Улар араһында Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мәсетле, Салауат, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Шишмә райондарынан һәм Өфөнән әсәләр бар. Исемлек менән һылтанма буйынса үтеп танышырға мөмкин.
Сығанаҡ: "Башинформ".