+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраль , 08:04

Ҡышҡы спорт төрҙәре көндәре башланды

Башҡортостанда Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө сиктәрендә уҙғарылған спорт саралары башланды. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл спорт байрамының төп майҙансыҡтары — Әлшәй, Ишембай, Өфө һәм Учалы райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Киров районында.

Ҡышҡы спорт төрҙәре көндәре башланды
Ҡышҡы спорт төрҙәре көндәре башланды

Башҡортостанда Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө сиктәрендә уҙғарылған спорт саралары башланды. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл спорт байрамының төп майҙансыҡтары — Әлшәй, Ишембай, Өфө һәм Учалы райондарында, шулай уҡ Өфөнөң Киров районында.

Был майҙансыҡтарҙа конькиҙа шыуыу спорты, шайбалы хоккей, биатлон, саңғы ярыштары һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса турнирҙарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашырға мөмкин.

10 февралдә Раевка ауылында «Рәсәй саңғы юлы — 2024» Бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышының район этабы ойошторола. Ә 17 февралдә шул уҡ ауылдың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе биләмәһендә Әлшәй районы профсоюздарының, хеҙмәт коллективтарының һәм ауыл биләмәләренең ҡышҡы спартакиадаһы үткәрелә. 9 февралдә Ишембай районында — скандинавса атлап йөрөү фестивале, 13 февралдә иһә биатлон буйынса Ишембай районы беренселеге була. 17 февралдә Учалы районында «Аҡман-тоҡман» ҡышҡы һабантуй ойошторола, 18 февралдә спорт һөйөүселәрҙе «Ҡар Бабайҙар фестивале»нә саҡыралар.

2024 йылдың ҡышҡы спорт төрҙәре көндәре 3 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте үрҙә әйтелгән райондарҙың спорт комитеттарында алырға мөмкин.

Әйткәндәй, йыл һайын тотош илдә Рәсәй Олимпия комитетының күмәк спортты үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө үткәрелә. 2024 йылда Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө Сочиҙағы XXII Ҡышҡы олимпия уйындарының һәм XI Ҡышҡы паралимпия уйындарының ун йыллығына арнала.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: