-11 °С
Болотло
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2024 йылды Йәштәр йылы тип иғлан итте.
Уның презентацияһы кисә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, башҡарма власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡала һәм райондар ҡоролтайҙары вәкилдәре, милли-мәҙәни үҙәктәр, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, блогерҙар ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөндә һорау алыу ысулы менән һайлаған йыл логотибы раҫланды.