+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраль , 09:25

Һөҙөмтәле эш сәфәре

Башҡортостандың рәсми делегацияһы составында Беларусь Республикаһында булған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Минск машиналар эшләү заводын ҡараны һәм предприятиеның генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Евтуховский менән осрашты.

Республика Хөкүмәте етәксеһе белдереүенсә, былтыр "МАЗ" Өфө трамвай-троллейбус заводына артабан йыйыу өсөн 2,6 миллиард һумлыҡ 260 берәмек машина комплекты тапшырған. Был күрһәткес быйыл да һаҡланасаҡ. Яҡындағы киләсәктә “МАЗ” йөк машиналарының 216-сы, 303-сө моделен Өфөлә йыйыу күҙаллана.

Осрашыу һөҙөмтәһе булып, “Минск автомобилдәр заводы” ААЙ-е һәм “Өфө трамвай-троллейбус заводы” АЙ-е араһында хеҙмәттәшлек тураһында Меморандум төҙөлгән. Документ Башҡортостанда ҡала электр транспорты етештереүҙе  күҙ уңында тота.

Бынан тыш, Минск автомобилдәр заводы һәм Өфөнөң “Уралмаш” ЯСЙ-е Башҡортостанға 800 миллион һумлыҡ 100 үҙбушатҡыс йөк машинаһы ҡайтарыу тураһындағы килешеү төҙөгән.

Автор:
Читайте нас: