+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
9 Февраль , 14:07

“Балаларҙы батырҙар рухында тәрбиәләйек!”

“Балаларҙы ҡаһармандар рухында тәрбиәләү, батырҙар исемен мәңгеләштереп, киләсәк быуынға еткереү – халҡыбыҙҙың аҫыл тәрбиә ҡанундарының береһе”, – Әлшәй районы Отрада ауылында йәшәүселәр шулай ти. Улар, Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, данлыҡлы яҡташтары – Советтар Союзы Геройы Михаил Рабовалюкҡа һәйкәл ҡуйырға йыйына.

Ҡыйыу яугирҙең яҙмышын бында олоһо ла, кесеһе лә бик яҡшы белә. Михаил Рабовалюк Отрада ауылында 1915 йылдың октябрендә ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҙе кеүек балалар менән, ҡар-ямғыр тип тормайынса, көн дә күрше Баландино ауылындағы мәктәпкә йәйәү йөрөп белем ала. Артабан Шафрандағы курстарҙа зоотехник һөнәренә уҡый. Егет тыуған яҡтарында ауыл хужалығын күтәрергә хыяллана. Колхозда, Әлшәй район башҡарма комитетының ер бүлегендә зоотехник булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, беренселәрҙән булып фронтҡа китә.

487-се уҡсылар полкының (1-се Белоруссия фронты, 47-се армия, 143-сө дивизия) взвод командиры Рабовалюктың ҡаһарманлыҡ тарихы быуындан-быуынға тапшырылып, халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланһын, тип тырыша ауылдаштары. Был алыш тураһында Отрадала йәшәүсе һәр кем ғорурлыҡ менән һөйләй. 1945 йылдың 15 ғинуарында Варшаванан төньяҡтараҡ  дошман оборонаһын өҙгәндә, лейтенант Рабовалюктың взводы уның оҫта етәкселегендә фашистарға пушкаларҙан дәһшәтле ут яуҙырып, беҙҙең ғәскәрҙәргә етеҙ алға барырға булышлыҡ итә. Михаил, дошманға ҡаршы айбарлы һуғышып, һалдаттарына тиңдәшһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Рабовалюктың взводы Совет Армияһы подразделениеларының Висланы уңышлы кисеүенә һәм яулаған позицияларҙа нығыныуына йоғонто яһай. Ул тәүгеләрҙән булып үҙ взводын Висла йылғаһының көнбайыш ярына сығара. Михаил Рабовалюкты ошо алыш өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итәләр.

Яҡташыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү көнөнә өс ай ҡала, 1945 йылдың 10 февралендә, Германияның Бранденбург провинцияһында барған ҡан ҡойғос алыштарҙың береһендә һәләк була.

Отрада халҡы ике йыл элек үк Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында Рабовалюкҡа һәйкәл ҡуйырға ынтылғайны. Тик проекттары конкурстан үтмәне. Быйыл улар мотлаҡ уңышҡа өлгәшерҙәренә ышана: батырҙар өлгөһөндә илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс, тиҙәр бында.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: