Башҡортостанда күпләп ҡар яуғандан һуң көндәрҙең һыуытыуы көтөлә, тип хәбәр итә республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы - 8, -13 градус.
Шәмбе, 10 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16, -21, аяҙытҡанда -26 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.
Йәкшәмбе, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -22, -27, аяҙытҡанда -32 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.
Сығанаҡ: "Башинформ".