-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль , 08:10

“Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала”

Өфөгә Ҡаҙағстандың “Алтын Урҙа” авторлыҡ дизайны йортон ойоштороусы  Ырза Турсынзада килде. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларын һаҡлаусы тренинг-семинар үткәреп, Башҡортостан оҫталарына уңыш серҙәрен уртаҡлашты.

Осрашыу “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән Ҡаҙағстандың “Алтын Урҙа” авторлыҡ дизайны йорто араһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. Килешеүҙең маҡсаты: тәжрибә уртаҡлашыу, берлектәге оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, күп быуатлыҡ халыҡ художество традицияларын һаҡлау.

“Ҡаҙағстандан ҡунағыбыҙ Ырза ханым үҙенсәлекле үрнәк күрһәтә: уңыштың башы энергетиканан тора. Һеҙҙең дә ошо көстө тойоуығыҙҙы теләйем. Ырза Турсынзада күңелегеҙгә үтеп инер, һәр беребеҙгә һалынған изге көстө уятыр”, – ти “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова.

 “Алтын Урҙа” авторлыҡ дизайны йортон ойоштороусы, ҡорама ҡорау буйынса хәйриә оҫталыҡ дәрестәре ойоштоусы Ырза Турсынзада бизнес идеяһының барлыҡҡа килеүе, башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һөйләй. “Был йүнәлеште булдыра алғаныма Хоҙайға рәхмәтлемен. Был кәсептең һәр ҡатын-ҡыҙға, һәр ғаиләгә, һәр өйгә барып етеүен бик теләнем. Ҡатын-ҡыҙҙың тәғәйенләнеше – бала тәрбиәләү. Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала. Гүзәл зат ҡул эшенә тотоноу менән үҙгәрә. Аңы, тотошо трансформация кисерә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тырыш эштәре өсөн лайыҡлы хаҡ алһын, илһамланһын, тип теләйем”, – ти дизайнер.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар биҙәү-ҡулланма сәнғәте нигеҙҙәренә һәм серҙәренә, үҙ эшеңде асырға, социаль селтәрҙәр алып барырға өйрәнә. Ырза Турсынзада миҫалында ата-бабалар мираҫына үҙенсәлекле ҡараштың килем килтергән бизнесҡаса үҫтереүҙе мөмкинлеген күрәбеҙ. Оҫталыҡ дәрестәрен ул һәр ваҡыт түләүһеҙ үткәрә. Белгәндәрен социаль селтәрҙәрҙә лә өйрәтә. YouTube-каналда алып барған оҫталыҡ дәрестәрен миллионлаған кеше ҡарай.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

“Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала”
“Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала”
“Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала”
“Милли хәтерҙе – был нескә энергияны тик Ҡатын-ҡыҙ ғына һаҡлай һәм тапшыра ала”
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: