+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Февраль , 08:50

Февраль бурандары аяуһыҙ

Хәйбулла районында көслө ҡар яуып, буран сығыу сәбәпле, 26 ауыл ҡамауҙа ҡалған.

Февраль бурандары аяуһыҙ
Февраль бурандары аяуһыҙ

Хәйбулла районында көслө ҡар яуып, буран сығыу сәбәпле, 26 ауыл ҡамауҙа ҡалған.

Аҡъяр-Сара, Аҡъяр-Сибай юлдарының айырым участкалары ябылған. Район етәкселеге халыҡты был осорҙа оҙон юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов белдереүенсә, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ауылдар менән бәйләнештәрҙе асыуға 21 берәмек техника йәлеп ителгән. Юлсыларға ярҙамға урындағы предприятиелар, фермерҙар ҙа килгән. Ҡеүәтле грейдерҙар, К-708, К-700 тракторҙары юл яра.

Автор:
Читайте нас: