+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраль , 12:23

Фольклор коллективтары фестивале Ғаилә йылына арналды

Учалы филармонияһында Ғаилә йылына бағышланған «Етегән йондоҙ» фольклор коллективтарының асыҡ фестивале уҙҙы.

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурста балалар һәм өлкәндәр фольклор коллективтары, йыр фольклор ансамблдәре, ғаилә ансамблдәре үҙ һәләттәрен күрһәткән. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан йәмғеһе 16 коллектив ҡатнашҡан.

Балалар коллективтары араһында гран-приға Ахун ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе филиалының «Ынйыҡай» фольклор ансамбле лайыҡ булһа, өлкәндәр араһында «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле еңеү яулаған. Ике ансамбль дә - Учалы районынан.

Проект милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, сағыу фольклор коллективтарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.Фото:Учалы мәғлүмәт үҙәге

Сығанаҡ: «Башинформ».

Фото: Учалы мәғлүмәт үҙәге.

Автор:
Читайте нас: