0 °С
Болотло
Кисә Стәрлетамаҡта көпә-көндөҙ бер ир 7 йәшлек ҡыҙ баланы урларға маташа.
Ир ике баланы алыҫтан күҙәтеп килә ул тәүҙә. Бер туған ете йәшлек ҡыҙ менән 11 йәшлек малайҙың бер урында юлдары саҡ ҡына аймылыша. Шуны ғына көтөп торған енәйәтсе бәләкәй ҡыҙҙы ҡулынан тотоп һөйрәй башлай. Быны ағаһы күреп ҡала һәм йүгереп килеп, икенсе ҡулынан тотоп үҙенә торта. Ир ҡаса. Балаларҙың ата-әсәһе полицияға ғариза бирә.
Тәфтиш органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, әле ҡыҙҙға ҡаныҡҡан егет тотолған. Ул - 18 йәшлек ҡала кешеһе. Бала саҡтан инвалид икән. Белгестәр, ауырыуының көсәйгән мәле булыуы ихтимал, тип фараз итәләр.