+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Февраль , 09:05

Башҡортостандың беренсе Президенты исеме мәңгеләштерелә

Беренсе Президент Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның исемен мәңгелләштереү буйынса киң дәүләт саралары ҡаралған.

Башҡортостандың беренсе Президенты исеме мәңгеләштерелә
Башҡортостандың беренсе Президенты исеме мәңгеләштерелә

Беренсе Президент Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы уның исемен мәңгелләштереү буйынса киң дәүләт саралары ҡаралған.

Бөгөн, 7 февралдә, Ил ағаһына һәйкәл асыу төп сара буласаҡ. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһына урынлаштырыла. Монументтың авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Ул беҙгә Өфөләге Совет майҙанындағы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы булараҡ таныш.

Шулай уҡ бөгөн Мортаза Ғөбәйҙулла улы йәшәгән һәм эшләгән Өфөнөң Энгельс һәм Первомайский урамдарындағы ике йортта мемориаль таҡтаташ асыу планлаштырыла.

Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә 7 февралдә беренсе Президенттың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә бағышланған дәрестәр уҙа. Ғинуар аҙағында мәктәп уҡыусылары араһында «Рәхимов уҡыуҙары» тип исемләнгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исемен йөрөткән 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында йомғаҡ яһала.

Әле Башҡортостандың Фәндәр академияһы республиканың беренсе Президенты тураһында биографик энциклопедия өҫтөндә эште тамамлай.  Уның 1 000 дана күләмендәге тәүге тиражы 2024 йылдың икенсе кварталында баҫылып сығырға тейеш.

Бөгөн Башҡортостан Милли музейында Мортаза Рәхимовҡа бағышланған күргәҙмә асыла. Экспозицияла архив документтары, шәхси әйберҙәр була, беренсе Президенттың эш кабинеты интерьеры күрһәтелә.

Кисә, арҙаҡлы шәхескә арнап, республиканың Фәндәр академияһы бинаһында “Халыҡҡа арналған ғүмер” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Автор:
Читайте нас: