Иртәгә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тула.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, кисә ошо датаға бәйле "Әзербайжан халыҡтарының милли-мәҙәни үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Өфөләге Халыҡтар дуҫлығы йортона Мортаза Рәхимов һүрәтләнгән үҙенсәлекле келәм алып килгән.
Бүләктең үҙ тарихы бар. Уны заманында Башҡортостандың Әзербайжандағы Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы вәкиле Азиз Аскеров ниәтләгән була. Тик уйын бойомға ашыра алмай. Азиз Тофиковичтың яҡындары был аманатты Башҡортостанға Халыҡтар дуҫлығы йорто аша тапшырырға ҡарар итә.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк: иртәгә, 7 февралдә, Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы алдында Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы була.