+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Февраль 2024, 10:55

Коронавирус йоҡтороуҙар көндән-көн кәмерәк

Үткән тәүлектә республикабыҙҙа коронавирус 76 ауырыуҙа раҫланған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Кисә, 5 февралдә, инфекция 78 яҡташыбыҙҙа асыҡланғайны.

Коронавирус йоҡтороуҙар көндән-көн кәмерәкКоронавирус йоҡтороуҙар көндән-көн кәмерәк
Коронавирус йоҡтороуҙар көндән-көн кәмерәк

Үткән тәүлектә республикабыҙҙа коронавирус 76 ауырыуҙа раҫланған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Кисә, 5 февралдә, инфекция 78 яҡташыбыҙҙа асыҡланғайны.

Ковид йоҡторған 132 сырхау әлеге ваҡытта дауаханаларҙа ята, уларҙың 60-ы – оло йәштәгеләр. Поликлиникаларҙа табип күҙәтеүе аҫтында дуаланыусылар – 1784, 803-ө – 60 йәште уҙған ханымдар һәм уҙамандар. Тәүлек эсендә 89 кеше коронавирустан һауығыуға өлгәшкән.

Фото: “Башинформ”.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас