+30 °С
Болотло
Кисә төнгә ҡарай Өфө-Белорет юлының Өфө районына ҡараған участкаһында Hyundai Solaris, Lifan X50 һәм FAW маркалы йөк машинаһы төкөштө, тип хәбәр итәләр ЮХХДИ хеҙмәтенән.
Авария һөҙөмтәһендә Hyundai Solaris водителе ваҡиға урынында йән биргән. Уға 55 йәш булған.
Тәүге күҙаллауҙар күрһәтеүенсә, Hyundai Solaris руле артындағы вафат булған ир, FAW йөк машинаһына бәрелгәндән һуң, Lifan X50 менән төкөшкән.