Башҡортостандың төрлө райондарына ҡараған төпкөл Сухоречка, Ҡуянтау, Күгәрсен, Кәпәй-Ҡобау ауылдары халҡы юғары тиҙлектәге интернет һәм мобиль элемтәнән ҡуллана башланы.
Интернет үткәрелгәндән һуң уртаса мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге секундына 60 мбит тәшкил итә.
“Республика ауылдары өсөн элемтә инфраструктураһы мөмкинлектәрен киңәйтеү бик әһәмиәтле. Интернеттың яҡшы тиҙлеге төпкөл һәм бәләкәй территорияларҙа йәшәүселәргә селтәрҙе тулыһынса файҙаланырға – электрон ресурстарға, уҡыу һәм эш платформаларына инеү мөмкинлеген бирә, ә эшҡыуарҙар үҙ бизнесының сиктәрен киңәйтә ала”, – ти республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Төпкөл был ауылдарға интернет “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән.