+30 °С
Болотло
Стәрлетамаҡ районы советы ҡарары менән Рита Сәмиғуллина муниципалитет хакимиәте башлығы итеп һайланды.
Депутаттар тәҡдим ителгән кандидатты бер тауыштан хупланы.
Бынан алдараҡ Рита Сәмиғуллина, Евгений Волков үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдырғандан һуң, Стәрлетамаҡ районы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.
Шулай итеп, Башҡортостанда муниципалитет етәксеһе вазифаһын дүртенсе ҡатын-ҡыҙ биләне.